Хәйбулла районында 50 урынлыҡ «Бөркөт» 3D-кинозалы асылды. Был проектты тормошҡа ашырыу «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы «Кино фондының» Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларын кинофикациялау буйынса программаһы арҡаһында мөмкин булды.
Грант аҡсаһына заманса кино йыһаздары: 2D һәм 3D эффектлы экран, лазер проекторлы йыһаз, тауыш системаһы, уңайлы креслолар алынған. Йыһазды «Крисберг» компанияһы килтергән.
Тәүгеләрҙән булып кинозалға йәш кино яратыусылар килгән, уларға мультипликацион фильм күрһәткәндәр.
Яңы кинозалдың репертуарын А. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы башҡарасаҡ. Унда үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән фильмдар, шулай уҡ башҡорт кинематографистарының фильмдары инәсәк.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://haibulla.bashkortostan.ru/