«Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәжәп ауылындағы Өлкәндәр йортонда һәм Баҡалы психоневрологик интернатының Яңы Балтас ауылындағы филиалында концерттар ҡуйған.
«Изгелек һәм өмөт йылмайыуы» концерт программаһында күңелле йырҙар һәм бейеүҙәр булған.
«Артистарыбыҙҙың бындай тамашасы алдында кисергән тойғоларын аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Көслө алҡыштар, йәшкә мансылған күҙҙәр һәм шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы йылмайыуҙарҙы күрҙе улар! Бындай иғтибарлы тамашасыларҙы күргән юҡ ине әле», - тип һөйләй Рәжәп ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Альбина Имаева.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://chekmagush.bashkortostan.ru/