Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡтар театры реконструкцияға ябыла. Әлеге ваҡытта ойоштороу эштәре бара. Айырып алғанда, аҙна аҙағына тиклем учреждениеның хакимиәте театрҙың реквизиттарын күсерергә планлаштыра.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы хәбәре буйынса, 1976 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Уны яңыртыу «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә мөмкин буласаҡ. Аҡсалар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленәсәк.
Ҡурсаҡтар театры Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыуға 450 йыл тулыуҙы байрам итеүгә объекттар исемлегенә индерелгән һәм 2024 йылда билдәләнәсәк юбилейға халыҡ өсөн ҙур бүләк буласаҡ.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://gorsovet-ufa.ru/