Яңы Яуыш ауылы клубында Науруз байрамын үткәрҙек. Сараға йыйылған ағинәйҙәребеҙ, ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ бешереп килтергән милли ризыҡ- ҡоймаҡтарын өҫтәлгә ҡуйҙы. Көндөң сағыу ҡояшлы булыуы, матур көйҙәр яңғырап тороуы байрамға йәм өҫтәне. Ҡыш бабай (Илшат Ғүмәров), Наурузбикә (Альбина Дәүләтбаева) хакимлыҡ иткән биләмәләрен яҡлау өсөн үҙ- ара көс һынашты.
Яҙ тураһында йырҙар йырлап, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “ Йөҙөк һалыш”, “Боҙоҡ телефон” уйындарын уйнап, бейешеп күңел асты байрамда ҡатнашыусылар.
Сараның аҙағында илгә - тыныслыҡ, именлек, хәйерле уңышлы йылдар, еребеҙгә - бәрәкәт, телебеҙгә - ҡеүәт, мал-тыуарға үрсем теләп, күмәкләп сәй эстек.
Г. ХӘЙБУЛЛИНА,
Яңы Яуыш ауылы
клубы мөдире.
Автор фотоһы.