+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2022, 15:59

Бала Сытырманда "Аулаҡ өй" йолаһы үткән

Башҡорт халҡының быуаттар дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Ошондай күркәм йолаларҙың береһе – «Аулаҡ өй». Элек, ата-әсәләре ҡунаҡҡа киткәс, өйҙә ҡалған ҡыҙҙар әхирәттәрен ҡунаҡҡа саҡырған. Ундай ултырмалар күңелле үткән - ҡыҙҙар ҡул эше менән ултырған, бер-береһе менән шаярышып, йырлашып-бейешеп күңел асҡан. Ҡыҙҙар йыйылғанын һиҙеп, гармун тотоп егеттәр ҙә килгән. Ҡайһы бер йәштәр үҙенең икенсе яртыһын ошондай кис ултырыуҙарҙа тапҡан да инде. Ҡыуанысҡа күрә, бындай матур йолаларыбыҙ онотолмаған, әле лә йәшәп килә. Бына Бала Сытырман күп функциялы клубында ла ошо көндәрҙә «Аулаҡ өй» йолаһын үткәргәндәр.

Бала Сытырманда "Аулаҡ өй" йолаһы үткән
Бала Сытырманда "Аулаҡ өй" йолаһы үткән
Башҡорт халҡының быуаттар дауамында быуындан быуынға тапшырыла килгән йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Ошондай күркәм йолаларҙың береһе – «Аулаҡ өй». Элек, ата-әсәләре ҡунаҡҡа киткәс, өйҙә ҡалған ҡыҙҙар әхирәттәрен ҡунаҡҡа саҡырған. Ундай ултырмалар күңелле үткән - ҡыҙҙар ҡул эше менән ултырған, бер-береһе менән шаярышып, йырлашып-бейешеп күңел асҡан. Ҡыҙҙар йыйылғанын һиҙеп, гармун тотоп егеттәр ҙә килгән. Ҡайһы бер йәштәр үҙенең икенсе яртыһын ошондай кис ултырыуҙарҙа тапҡан да инде.
Ҡыуанысҡа күрә, бындай матур йолаларыбыҙ онотолмаған, әле лә йәшәп килә. Бына Бала Сытырман күп функциялы клубында ла ошо көндәрҙә «Аулаҡ өй» йолаһын үткәргәндәр. Ағинәйҙәр һәм йәш ҡатын-ҡыҙҙар шундай шуҡ  саҡтарын иҫкә төшөрөп, күңелле таҡмаҡтар йырлаған, йомаҡтар сискән һәм уйнап күңел асҡан. Гармун моңо сараға йәм өҫтәгән. Сарала ҡатнашыусылар күңел түрендә һаҡлаған матур хәтирәләре менән уртаҡлашып, йылы тәьҫораттар алып таралышҡан.     
 
 
 
Фото һәм мәғлүмәт Г. Әминева тарафынан бирелде. 
Бала Сытырманда "Аулаҡ өй" йолаһы үткән
Бала Сытырманда "Аулаҡ өй" йолаһы үткән
Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас: