+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2022, 09:19

Юлдаш ауылында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән

Балаҫ һуғыу – башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән – һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған. Ул бөтә Башҡортостанда киң таралған булған. Заманалар үҙгәреү арҡаһында онотола башлаған был кәсеп һуңғы йылдарҙа үҙенең икенсе йәшлеген кисерә.

Күп ерҙәрҙә оҫталар балаҫ һуғыуҙы тергеҙеп, күҙҙең яуын алырлыҡ ижад өлгөләре тыуҙыра башланылар. Ауылдашыбыҙ Уразбаева Зөһрә Шәфҡәт ҡыҙы шундайҙарҙың береһе. Зөһрә Шәфҡәт ҡыҙы ауыл клубында мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе,балаларға үҙе эшләгән станокта балаҫ һуғыу, биҙәктәр һалыу нескәлектәрен өйрәтте.

Филүз Юлдашбаев,

Юлдаш ауылы клубы мөдире.

Гөлимә Кинйәбаева фотоһы.

Юлдаш ауылында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән
Юлдаш ауылында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткән
Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас: