Быйылғы уҡыу йылында Туймазы районы Серафимовка ауылының Балалар музыка мәктәбе үҙенең тәрбиәләнеүселәрен яңы ҡиәфәттә ҡаршы алды. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә мәктәптең ҡыйығы тулыһынса ремонтланды. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина тәрбиәләнеүселәрҙе, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ошо ваҡиға һәм Белем көнө менән ҡотланы.
- Иҫке бина яңыһынан бер метрға түбәнерәк ине. Әле ҡышын был тоташҡан урында ҡар йыйылып, ҡыйыҡтан һыу ағып яфаланы. «Мәҙәниәт» милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ныҡлы ҡыйыҡ һалынды. Бынан тыш, йәй көнө хеҙмәткәрҙәр кластарҙа косметик ремонт яһаны. Хәҙер мәктәп үҙенең уҡыусыларын шатланып ҡаршылай, - тип һөйләне музыка мәктәбе директоры Владимир Ипполитов.
Яңылыҡ сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/308948