+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Июль 2021, 09:40

Башҡортостандан «MATURR» төркөмө «Таврида» форумында 1 000 000 һум еңде

21 июлдә Ҡырымда «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проектына ингән «Таврида» арт-кластерының «Студия» мәғариф заезды сиктәрендә Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына йомғаҡтар эшләнеләр.

          Призерҙар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһынан Радмила Ғәлиуллина ла бар. Конкурста ул «MATURR» төркөмөнөң «MATURR музыкаль лабораторияһы» проектын тәҡдим итеп, уны тормошҡа ашырыуға 1 000 000 һум еңде.

          «Минең проект республикала йәштәр араһында музыка ярҙамында башҡорт телен популярлаштырырға ярҙам итәсәк. Беҙ 25 йәш музыкантты уҡырға саҡырып, уларҙы милли телдә көнүҙәк йырҙар яҙырға өйрәтәсәкбеҙ», - тип һөйләй Радмила.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://molodez.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: