+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Июль 2021, 09:33

Путин физика буйынса 51-се Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланы

Уларға мөрәжәғәт итеп, дәүләт башлығы яҡшы сығыш яһауҙары менән ҡотланы, яңы уңыштар теләне.

Путин физика буйынса 51-се Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланы
Путин физика буйынса 51-се Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәрен ҡотланы

Рәсәй президенты Владимир Путин физика буйынса 51-се Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәре булған биш мәктәп уҡыусыһына ҡотлау телеграммаһын юлланы.          

Уларға мөрәжәғәт итеп, дәүләт башлығы яҡшы сығыш яһауҙары менән ҡотланы, яңы уңыштар теләне һәм команданың «әҙерлектең бик юғары кимәлен күрһәтеүенә, физика мәктәбенең лидерлыҡ позицияларын ныҡлы раҫлауына» шатланыуын белдерҙе. «Һеҙҙең алтын миҙалдар артында – талант, тырыш, кейеренке хеҙмәт, көслө холоҡ һәм иҫ киткес фиҙәҡәрлек», - тине Рәсәй лидеры, был сифаттарҙың уҡыусыларға киләсәк тормошта ла бик кәрәк буласағын өҫтәп.          

Ул шулай уҡ уҡыусыларға юғары һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам иткән уҡытыусыларға һәм тренерҙарға рәхмәт белдерҙе.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: Никеричев Андрей /Агентство «Москва»

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: