+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июль 2021, 09:40

Башҡортостан студенттар туризмы программаһы буйынса башҡа төбәктәрҙән йәштәрҙе ҡабул итәсәк

15 июлдән башлап Рәсәй студенттарының ил буйлап сәйәхәт итеү һәм вуздар кампустары һәм дөйөм ятаҡтарында йәшәү мөмкинлеге бар. Студенттар туризмы программаһы 25 авгусҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

         Башҡортостанда фәнни-мәғариф һәм экологик туризм потенциалын үҫтереүҙе Евразия Фәнни-мәғариф үҙәгенең «Яңы тормош мөхите» йүнәлеше проекттары тәьмин итә. Был үҙәктең ҡатнашыусыһы булараҡ, Башҡорт дәүләт университеты «Башҡортостанды асабыҙ» туристик маршрутын эшләгән һәм программала ҡатнашыусы 15 университет исемлегенә ингән. Вуз эшләгән маршрут алты көн һәм биш төн барасаҡ.

         Университет ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың уникаль тәбиғәте менән таныштырасаҡ. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән сәйәхәтселәр күлдәр, шарлауыҡтар, мәмерйәләр күрәсәк, «океан»ға, асыҡлабыраҡ әйткәндә, бер нисә миллион йыл элек ул булған ергә барасаҡ, билдәле Шихан тауҙарына, Айғыр ҡыяларына менәсәк. Шулай уҡ маршрутта Өфө менән таныштырыу, ҡаланың билдәле урындары буйлап йәйәү сәйәхәт итеү ҙә планлаштырылған. Гидтар сифатында университеттың туристик клубы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: АНО "Управляющая компания НОЦ РБ"

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: