+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июль 2021, 09:21

Республиканың коррекцион мәктәптәрендә матди-техник базаны яңыртыу дауам итә

Башҡортостан Республикаһының ике коррекцион мәктәбендә «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә матди-техник базаны яңыртыу дауам итә. Уларҙы йыһазландырыу өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

          Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн Белорет коррекцион мәктәбендә һәм шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 25 һанлы Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәбендә бөтә һатып алыу процедуралары ла үткәрелгән, мәктәптәргә яңы йыһаздар ҡайтартыла башлаған.

          Шулай уҡ мебель эше кабинеттарын, тегеү оҫтаханаларын йыһазландырып бөтөү мөмкинлеге лә барлыҡҡа килгән. Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәбендә тағы бер ағас эше кабинетын асыу планлаштырыла.

Яңылыҡ сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: