+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Август 2021, 09:25

«Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон мәғариф мөхите» проектын башҡа төбәктәргә лә таратасаҡтар

«Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон мәғариф мөхите» дәүләт мәғлүмәт системаһы Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының Һанлы үҫеш министрлығы проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылғайны. Ул билдәләнгән һәм башҡарылған мәсьәләләрҙе практик тормошҡа ашырыу өсөн юғары баһа алған.

«Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон мәғариф мөхите» проектын башҡа төбәктәргә лә таратасаҡтар
«Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон мәғариф мөхите» проектын башҡа төбәктәргә лә таратасаҡтар

«Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон мәғариф мөхите» дәүләт мәғлүмәт системаһы Башҡортостан Республикаһы дәүләт идараһының Һанлы үҫеш министрлығы проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылғайны. Ул билдәләнгән һәм башҡарылған мәсьәләләрҙе практик тормошҡа ашырыу өсөн юғары баһа алған. Төбәк проекты «Смартека» (Smarteka.com) сервисы – төбәктәрҙе тотороҡло үҫтереү практикалары менән уртаҡлашыу платформаһы биттәрендә урынлаштырылған.

          Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, порталға тик тормошҡа ашырылған һәм һөҙөмтәлелектәрен раҫлаған, социаль һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итә алған, төбәктәрҙе тотороҡло үҫтереүгә, шул иҫәптән милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам иткән кейстар ғына урынлаштырыла.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://it.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: