+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Август 2021, 10:08

Башҡортостандың мәктәп уҡыусыларына «Йәшел мәктәп» онлайн-проектында ҡатнашырға тәҡдим итәләр

Рәсәй экология операторы күләмле белем биреү кампанияһы сиктәрендә 1-11 синыф уҡыусылары өсөн «Йәшел мәктәп» интерактив онлайн-курстарын башланы. Мәктәп уҡыусылары өсөн сүптәрҙе эшкәртеү тураһында видеороликтар әҙерләгәндәр. Материалдарҙы яңы уҡыу йылы башланыуға Рәсәйҙең меңләгән мәктәбенә ебәрәсәктәр. Әҙер видеодәрестәрҙе бушлай school.reo.ru сайтында ҡарарға мөмкин.

         «РЭО» компанияһы генераль директоры Денис Буцаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, материалдарҙа ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрен күрһәтеүсе аңлайышлы миҫалдар, шулай уҡ сүпте эшкәртеүҙең техник процестары тураһында хикәйәләр бар. Уҡыусыларҙың һәр йәш төркөмө өсөн айырым сюжеттар булдырылған.

         Балалар менән үткәрелеүсе һәр экология-белем биреү сараһы үҫеп килеүсе быуындың экологик мәҙәниәтен тәрбиәләүҙең мөһим факторы булып тора, был «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» төбәк проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә.

         Башҡортостан Респбликаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республиканың мәктәп уҡыусыларын проектта ҡатнашырға саҡыра.

Яңылыҡ сығанағы: https://ecology.bashkortostan.ru/

Әлиә Сәйетбатталова фотоһы.

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: