+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2021, 08:52

Ауыл уҡыусылары өсөн «Үҫеш нөктәһе»

Был проект «Мәғариф» милли программаһы сиктәрендә йәшәү урынына ҡарамаҫтан бөтә балаларға ла үҫеш, заманса, юғары кимәлдәге белем алыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ауыл һәм кесе ҡалалар мәктәптәре базаларында булдырылған. Быйылғы уҡыу йылына, булғанына өҫтәп, Федоровка районының тағы ла ике – Федоровка 1 һанлы һәм Новоселка мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәләре» асыла.

Ауыл уҡыусылары өсөн «Үҫеш нөктәһе»
Ауыл уҡыусылары өсөн «Үҫеш нөктәһе»

Был проект «Мәғариф» милли программаһы сиктәрендә йәшәү урынына ҡарамаҫтан бөтә балаларға ла үҫеш, заманса, юғары кимәлдәге белем алыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ауыл һәм кесе ҡалалар мәктәптәре базаларында булдырылған. Быйылғы уҡыу йылына, булғанына өҫтәп, Федоровка районының тағы ла ике – Федоровка 1 һанлы һәм Новоселка мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәләре» асыла. Федоровка 1 һанлы мәктәбе директоры Константин Морозовтан кластарҙы әҙерләү процесының нисек барыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

          Өс класта «Үҫеш нөктәһе» проекты буйынса фәнни-ғәмәли һәм технология йүнәлешендәге: химия, физика һәм биология буйынса лабораторияларҙы йыһазландыра башлағандар. Уҡытыусылар дистанцион рәүештә уҡып, квалификацияларын арттырған. Бында «Үҫеш нөктәһе» проекты өсөн мәктәп педагогы Ирина Палаева яуаплы.

          Был лабораторияларҙа йыһаздар һәм технологиялар заманса ҡаҙаныштарҙы файҙаланып дәрестәр алып барырға, дәрестән тыш ваҡытта уҡыусылар менән маҡсатлы рәүештә шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Әлегә йыһаздар тулыһынса килеп бөтмәгән. Улар ҡайтартылыу менән лабораторияларҙы өҫтәмә йыһазландырасаҡтар. Һәм уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларын белем биреү процесының яңы мөмкинлектәре менән ҡаршы аласаҡ.

Автор:Гөлрайхан Баҡыева
Читайте нас: