+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2021, 09:34

Башҡортостанда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа өҫтәмә белем биреү программалары араһында мультипликация популяр була бара

Өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыуҙың төп механизмдарының береһе – «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты. Уның сиктәрендә 2024 йылға сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың 70 процентын өҫтәмә белем биреү программаларына йәлеп итергә кәрәк.

          Стәрлетамаҡ 25-се коррекцион мәктәбендә өҫтәмә белем биреү программалары араһында мультипликация популяр була бара. Анимация студияһы 2020-2021 уҡыу йылдарында балалар өсөн сәләмәт тормош рәүеше тураһында анимация роликтары, мультфильмдар булдырыу өҫтөндә эш башлаған.

          Был йүнәлеште үҫтереү маҡсатында «Заманса мәктәп» федераль проектының «Доброшкола» проекты сиктәрендә мультфильмдар булдырыу өсөн яңы йыһаздар һатып алынған.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: