+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Сентябрь 2021, 09:06

Башҡортостан Республикаһында "Үҫеш нөктәһе"нең яңы үҙәктәре асыла

2021 йылдың 1 сентябренән "Үҫеш нөктәһе"үҙәктәре тағы ла 207-гә артты. Башҡортостан Республикаһының ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында ундай мәғариф үҙәктәренең  дөйөм һаны 382-гә етте. Улар "Заманса мәктәп" федераль проектының "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

"Үҫеш нөктәһе"үҙәктәрендә уҡыусылар яңы заманса компьютерҙарҙа, 3D -принтерҙарҙа эшләйҙәр, квадрокоптерҙар менән идара итәләр, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдарын өйрәнәләр. Түңәрәктәрҙә һәм дәрестәрҙә балалар шахмат уйнарға, фотостудияла шөғөлләнергә, үҙҙәренең медиапродукттарын булдырырға өйрәнәләр.

2021 йылда ауылдарҙың һәм бәләкәй ҡалаларҙың 207 мәктәбе яңы уҡыу йылына физика, химия, биология дәрестәренә уҡыу ҡоролмалары һатып алды.

"Үҫеш нөктәһе"үҙәктәре ярҙамында уҡыусылар заманса технологияларҙа эшләргә өйрәнә.

Сығанаҡ: БР Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһында "Үҫеш нөктәһе"нең яңы үҙәктәре асыла
Башҡортостан Республикаһында "Үҫеш нөктәһе"нең яңы үҙәктәре асыла
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: