+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Октябрь 2021, 09:21

«Мәғариф» милли проекты: Башҡортостан «Зирәктәр белеме» IV Милли чемпионатының финалында ҡатнаша

2021 йылдың 6-8 октябрендә Новосибирск өлкәһендә дистанцион-көндөҙгө форматта «Зирәктәр белеме» IV Милли чемпионатының финалы үтә. Чемпионатты «Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Россия)» ойошмаһы һәм Новосибирск өлкәһе Хөкүмәте ойошторған.

Чемпионатта Рәсәй Федерацияһының 63 субъектынан 300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша, ярышты 115 эксперт баһалай. Ярыштар һөнәрҙәрҙең ете блогына ярашлы 28 компетенция буйынса үтә.

Башҡортостан Республикаһы командаһы төбәк данын 12 компетенция буйынса яҡлай. Ярыштар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан 11 колледж базаһында үткәрелә.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: