+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2021, 09:45

«Мәғариф» милли проекты: Башҡортостан Республикаһы студенттарын үҙмәшғүллек нигеҙҙәренә өйрәтәсәктәр

Башҡортостан Республикаһы Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Россия) инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылыусы 2021 йылға үҙмәшғүл граждандар сифатында иҡтисади эшмәкәрлеккә сығыу өсөн кадрҙар әҙерләүҙең төплө системаһын булдырыу буйынса проекттың икенсе тулҡынында ҡатнаша.

Проекттың төбәк операторы – «Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәге» учреждениеһы. Ойоштороусыларҙың пландарында – 2021 йыл аҙағына тиклем үҙмәшғүллек нигеҙҙәре буйынса программаны Рәсәйҙең меңдән ашыу кешеһе өсөн үткәреү.

Тьюторҙар өлкән курс студенттары менән эшләйәсәк, «Интернет-маркетинг», «Реклама» һәм «Фотограф» компетенциялары буйынса үҙмәшғүллек нигеҙҙәрен асасаҡ. Пилот проекты йомғаҡтары буйынса йәштәр белгеслек буйынса белемдәрен ҡулланырға һәм хеҙмәт баҙарында уларҙан табыш алырға өйрәнәсәк.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: