+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2021, 10:38

«Мәғариф» милли проекты: Башҡортостандың 15 мең уҡыусыһы «Киләсәккә билет» проекты ҡатнашыусыһы буласаҡ

Башҡортостан Республикаһының 15 мең 6-11 синыф уҡыусыһы «Киләсәккә билет» проектында ҡатнашасаҡ. Проектты «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Гуманитар проекттар фонды тормошҡа ашыра.

Уның маҡсаты – 6-11 синыф уҡыусыларын буласаҡ һөнәрҙе аңлы рәүештә һайларға өйрәтеү. 2020 йылда проектҡа Рәсәйҙең 85 төбәге ҡушылғайны. «Киләсәккә билеттың» махсуслаштырылған патформаһында 54 муниципаль райондан һәм 9 ҡала округынан 10 меңдән ашыу уҡыусы теркәлгән дә инде.

Теләгән һәр кеше уйын тестарын, викториналар, мультимедиа күргәҙмә буйынса виртуаль тур үтә ала, атай-әсәйҙәр өсөн бүлекте, һөнәрҙәр тураһында популяр роликтар һәм мәҡәләләрҙе ҡарай ала. Мәктәп платформаһында теркәлгән 6-1 синыф уҡыусылары ғына ҡатнаша алған ябыҡ мәктәп сегменты өсөн махсус пособиелар ҡулланып интерактив тематик онлайн-дәрестәр ҡаралған.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://education.bashkortostan.ru

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: