+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2021, 08:53

Башҡортостан йәштәрен Ойоштороусылар һәм тренерҙар мәктәбендә уҡырға саҡыралар

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Йәштәр Союзы Ойоштороусылар һәм тренерҙар мәктәбен аса. Мәктәптә уҡыу бушлай. Проектта проекттар ойоштороусылар йәки тренерҙар булырға, формаль булмаған белем биреү тармағында һәләттәрен яҡшыртырға, теләһә ниндәй аудитория менән дә уртаҡ тел табырға өйрәнергә теләгән 16-35 йәшлек кешеләр ҡатнаша ала.

          Уҡыу дүрт ай буйына интенсивтар һәм осрашыуҙар форматында уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар остаздар менән йүнәлештәр буйынса төркөмдәрҙә эшләйәсәк. Федераль һәм төбәк тренерҙары һәм спикерҙары теоретик һәм практик блоктар сиктәрендә белем бирәсәк. Буласаҡ ойоштороусылар өсөн йомғаҡлау продукты – сара үткәреү, тренерҙар өсөн – автор белем биреү продуктын эшләү буласаҡ.

          Белем биреү проектына ғарзаны 7 ноябргә тиклем бирергә мөмкин.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://molodez.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: