+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2021, 19:30

Коррекция мәктәптәренең матди-техник базаһы яңыртылған

Рәсәй Президенты Владимир Путин­дың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҫәлән, 2021/22 уҡыу йылы башында “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар уҡыған Стәрлетамаҡтағы 25-се һәм Белореттағы махсус коррекция мәктәптәренең матди-техник базаларын яңыртыу күҙаллана.
Был мәғариф учреждениеларын заманға ярашлы йыһазландырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар белем алһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Был уларға белем биреү программаларын яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк, тормошта үҙ урындарын табырға, һөнәри билдәләнеште асыҡларға ярҙам итәсәк.
2019 йылдан Башҡортостстанда “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 14 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртылған.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ошо бурыстарҙы алғы планға ҡуя.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: