+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2021, 08:47

Өфөлә батарейкалар йыйыу буйынса экологик акция бара

Өфөлә "Батарейкалар йыйыу аҙнаһы" бара. Сара "Экология" милли проектының "Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары буйынса комплекслы система" федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Уларға ярашлы, 2024 йылға ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының 30 проценты эшкәртелеүгә ебәрелергә тейеш.  

- Көндәлек тормошта файҙаланылған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә үтә лә кире йоғонто яһай. Кешеләр ҡалдыҡ төрҙәрен айырып ташларға ғәҙәтләнһен ине. Батарейкаларҙы йыйып, беҙ хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү процентын арттырасаҡбыҙ,- ти акцияны ойоштороусылар.

Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы 2021 йылдың 22 июненән 28 июненә тиклем үткән был акцияла ҡатнашырға саҡыра. Һәр кем Бельская, 70 адресы буйынса урынлашҡан "Лента" гипермаркеты янындағы махсус урында ҡулланылышта булған батарейкаларҙы һәм аккумуляторҙарҙы тапшыра ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыйылған батарейкалар Силәбе ҡалаһының "Мегаполиресурс"  һәм Ярославль ҡалаһының "Милли эклология компанияһы" заводтарына ебәреләсәк.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Читайте нас: