+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2021, 09:05

Ишембай районында яңы светофорҙар ҡуйыла

Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә Губкин һәм Ленин урамдарын төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Ишембай районында яңы светофорҙар ҡуйыла
Ишембай районында яңы светофорҙар ҡуйыла

Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә Губкин һәм Ленин урамдарын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ҡала кешеләре Губкин урамындағы 12-се лицей һәм Көҫәпҡол биҫтәһендәге 15-се мәктәп янындағы йәйәүлеләр юлы эргәһенә тимер бағаналар ҡуйылыуын күргәндер. Яңы уҡыу йылы башланыуға бында яңы бер секциялы Т.7 маркалы һары төҫ менән янасаҡ светофорҙар буласаҡ.

Бындай светофорҙар водителдәргә йәйәүлене алыҫтан уҡ күрергә һәм тиҙлекте кәметергә ярҙам итәсәк. Был иһә йәйәүлеләр, бигерәк тә мәктәпкә барған уҡыусылар өсөн хәүефлекте лә кәметәсәк.

Сығанаҡ: БР Ишембай районы хакимиәтенең милли проект һәм программалар бүлеге.

Читайте нас: