+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Июнь 2021, 08:52

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы сифат премияһы менән бүләкләнгән

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы "Мәләүез минераль ашламалар" акционерҙар йәмғиәте 2020 йылдың сифат һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән премия алған. Награданы БР Хөкүмәте премьер-министры- БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тапшырған.

Уның билдәләүенсә, республикала сифат менән идара итеү системаһы һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса булған конкурс Башҡортостанда етештерелгән тауар һәм хеҙмәттәрҙең заманса стандарттарға, юғары талаптарға, хәүефһеҙлек кимәленә һәм уникаль ҡулланыусылар сифаттарына яуап бирһен өсөн үткәрелә.

БР Хөкүмәте премияһына конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Хөкүмәт наградаһына лайыҡ еңеүселәр продукция һәм хеҙмәттәр өлкәһендә юғары һөҙөмтәгә,  иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәндәре, эшкәртеүгә ҙур өлөш һәм юғары һөҙөмтәле менеджмент ысулдарын индергәндәре өсөн бүләкләнде. 2020 йылда сәнәғәт секторы, ауыл хужалығы, социаль өлкә вәкилдәре наградаға эйә булды. Йыл йомғаҡтары буйынса, конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың төрлө предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙарынан 33 ғариза ҡабул ителгән булған.

Сығанаҡ: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

Читайте нас: