+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2021, 08:20

Башҡортостан предприятиеһы Бөтә Рәсәй "Рәсәй һыуҙары" акцияһына ҡушылды

Благовещен районында Бөтә Рәсәй "Рәсәй һыуҙары" акцияһы һәм "Экология" милли проектының  "Уникаль һыу объекттарын һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә "Полиэф" акционерҙар йәмғиәте экологик сара үткәрҙе.  

Башҡортостан предприятиеһы Бөтә Рәсәй "Рәсәй һыуҙары" акцияһына ҡушылды
Башҡортостан предприятиеһы Бөтә Рәсәй "Рәсәй һыуҙары" акцияһына ҡушылды

Благовещен районында Бөтә Рәсәй "Рәсәй һыуҙары" акцияһы һәм "Экология" милли проектының  "Уникаль һыу объекттарын һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә "Полиэф" акционерҙар йәмғиәте экологик сара үткәрҙе. Ойошма хеҙмәткәрҙәре Иҙәк йылғаһы ярҙарын таҙартып, коммуналь ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнгән 35 пакет сүп-сар  йыйған.

-Әгәр республиканың һәр предприятиеһы беҙҙән өлгө алып, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында тәртип, таҙалыҡ булдырып үҙ өлөшөн индерһә, берҙәм көс менән беҙ Башҡортостанды таҙараҡ һәм матурыраҡ итәсәкбеҙ, - тине "Полиэф" акционерҙар йәмғиәтенең экология бүлеге начальнигы Анна Рогозина.

Акция  санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәп башҡарылды.

Сығанаҡ: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Читайте нас: