+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2021, 08:08

Башҡортостанда йәш һөнәрмәндәр WorldSkills чемпионатына әҙерләнә

Өфө командалары "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионатына әҙерләнә. Ҡалала ярыш финалын үткәреү өсөн майҙансыҡтар ҡаралған.

Башҡортостанда йәш һөнәрмәндәр WorldSkills чемпионатына әҙерләнә
Башҡортостанда йәш һөнәрмәндәр WorldSkills чемпионатына әҙерләнә

Өфө командалары "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионатына әҙерләнә. Ҡалала ярыш финалын үткәреү өсөн майҙансыҡтар ҡаралған. "Янғын хәүефһеҙлеге" һәм "Ҡотҡарыу эштәре" компетенцияһы буйынса ярыштар 21 июлдән 25-нә тиклем үтәсәк. Был компетенцияларҙа Башҡортостандан икешәр команда ҡатнашасаҡ. Дистанцияларҙы әҙерләү эштәре тамамланған, ошо көндәрҙә һуңғы тренажерҙарҙы әҙерләйәсәктәр.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыш төбәктең инвестиция үҫешенә һәм республика иҡтисады өсөн яңы етештереү майҙансыҡтарын булдырыуға йоғонто яһаясаҡ. Әммә, тәү сиратта, чемпионат юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Читайте нас: