-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июль 2021, 10:24

Милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Федоровка районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре квалификацияларын арттыра

2021 йыл башынан «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Федоровка районы Мәҙәниәт йортоноң дүрт хеҙмәткәре квалификацияларын арттырған.

Милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Федоровка районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре квалификацияларын арттыра
Милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Федоровка районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре квалификацияларын арттыра

2021 йыл башынан «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Федоровка районы Мәҙәниәт йортоноң дүрт хеҙмәткәре квалификацияларын арттырған. Улар: художество етәксеһе Анна Подрядова, мәҙәни ойоштороусы Василий Мингалев, Оло Сытырман ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рәйсә Атанғолова һәм Үрге Яуыш ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лүзиә Дашкина. Быйыл тағы ла биш белгесте уҡытыу планлаштырыла. Был милли проект буйынса 2020 йылда Федоровка районы мәҙәниәт учреждениеларының 11 белгесе квалификация арттырған.

          Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәҙәниәт» милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы булдырылғайны. Уның структураһына өс төбәк проекты: «Милли мөхит», «Ижади кешеләр», «Һанлы мәҙәниәт» инә.

          Бөтә был проекттар буйынса ла Федоровка район хакимиәте һәм БР Мәҙәниәт министрлығы уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәр төҙөгән. Һәр йылға маҡсатлы күрһәткестәр билдәләнгән.

Автор фотоһы.

Читайте нас: