+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2021, 08:59

Милли проект ярҙамында өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырылған

2021-2022 уҡыу йылына Толбазы ауылы лицейында "Һәр баланың уңышы" федераль проекты буйынса 75 бушлай өҫтәмә белем биреү урыны булдырылған. "Мәғариф" милли проекты лицейҙа фәнни, сәнғәт, техник йүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем биреүҙе күҙаллай. #миллипроект #ашҡаҙартаңдары

2021-2022 уҡыу йылына Толбазы ауылы лицейында "Һәр баланың уңышы" федераль проекты буйынса 75 бушлай өҫтәмә белем биреү урыны булдырылған. "Мәғариф" милли проекты лицейҙа фәнни, сәнғәт, техник йүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем биреүҙе күҙаллай.

"Һәр баланың уңышы" федераль проекты сиктәрендә бында "Йәш тикшереүсе", "Йәш физик", "Химия мөғжизәләре", "Робототехника", "Сәнғәт донъяһы" түңәрәктәре эшләйәсәк. Дәрестәрҙе үткәреү өсөн заманса ҡоролмалар, USB микроскоптар, "Йәш физик", "Йәш химик" йыйылмалары, роботехника өсөн конструкторҙар, һүрәт төшөрөү өсөн йыйылмалар ҡайтарылған.

Уҡыусыларҙың яңы белем алырға мөмкинселеге буласаҡ. Ә һатып алынған заманса ҡоролмалар ярҙамында дәрестәр күпкә һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы үтәсәк.

Сығанаҡ :Ауырғазы районы хакимиәте

Фото:http://sevosetia.ru/Article/Index/426978

Милли проект ярҙамында өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырылған
Милли проект ярҙамында өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырылған
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: