+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь 2021, 09:09

Өфөлә Ибраһимов бульвары "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса яңыртыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ибраһимов бульварын капиталь ремонтлау дауам итә. Был эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. #МиллиПроекттар #АшҡаҙарТаңдары

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ибраһимов бульварын капиталь ремонтлау дауам итә. Был эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Эш күләме ҙур булыу сәбәпле, капиталь ремонт ике йылға планлаштырылған. Муниципаль килешеүгә ярашлы, улар 2022 йылдың 4-се кварталында тамамланырға тейеш. Шулай ҙа юл төҙөүселәр бульвар буйлап һуҙылған юлды быйыл тамамларға йыйына. Бөгөнгө көнгә объектта борт таштары ҡуйыла, тротуар эшләнә, асфальт-бетон ҡатламын түшәүгә әҙерлек бара.

Ҡайһы бер ҡала кешеләре Пархоменко урамы менән Ибраһимов бульвары киҫелешендәге тротуарҙың тарайтылыуына зарланып мөрәжәғәт итә, ләкин был юлды нормативҡа яраҡлаштырыу өсөн эшләнә. Барлыҡ эштәр ҙә дәүләт экспертизаһынан ыңғай һөҙөмтә алған проект-смета документацияһына ярашлы башҡарыла. Яңыртылған бульвар ҡала халҡын яҡшы юл ҡатламы менән ҡыуандырыр.

Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

Өфөлә Ибраһимов бульвары "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса яңыртыла
Өфөлә Ибраһимов бульвары "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса яңыртыла
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: