+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь 2021, 08:49

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндерелә

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был датаға әҙерлек ныҡлы бара. #Өфө450йыл #Ашҡаҙартаңдары

Юбилей объекттарына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау ҙа инә. Проектты бойомға ашырыу өсөн 778,5 млн һум аҡса бүленәсәк, шуның 250,0 млн һумы  - федераль бюджеттан, 528,5 млн һумы - республика бюджетынан. Федераль финанслау "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса үтәлә.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын төкәтмә төҙөү менән бергә реконструкциялау 2022-2024 йылдарҙа башҡарылырға планлаштырыла. Театр бинаһы 1976 йылда төҙөлгәне бирле капиталь ремонтланмаған булған. Хәҙер төҙөлөш ике этапта үтәсәк, тип көтөлә. Тәүҙә яңы дүрт ҡатлы подвалы ла булған бина төҙөйәсәктәр, һуңынан әле эшләп килгән театрҙы төҙөкләндерә башлаясаҡтар. Һөҙөмтәлә, бинаның дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан да күберәккә артасаҡ - 6,5 мең квадрат метрға тиклем.

Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте

 

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндерелә
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры төҙөкләндерелә
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: