+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2021, 09:48

Путин Токиолағы Паралимпия еңеүселәрен ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Токиолағы йәйге Паралимпия уйындарында еңеүселәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Был турала Кремль сайты хәбәр итә.  

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Токиолағы йәйге Паралимпия уйындарында еңеүселәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Был турала Кремль сайты хәбәр итә.

Дәүләт башлығы Рәсәй йөҙөүселәренең, йүгереүселәренең, өҫтәл теннисы уйынсыларының, фехтовальщиктарының уңышлы сығыш яһауын әйтте. Уларҙың ныҡышмалылығына, еңеүгә ышанысына һәм үҙ-үҙенә ышана белеүҙәренә рәхмәт белдерҙе.

11 сентябрҙә Путин Паралимпия еңеүселәренә дәүләт наградаларын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Почет орденына йөҙөүсе Денис Тарасов лайыҡ булды, башҡа алтын миҙаллыларға һәм ике бронза призерҙарына - Виктория Потаповаға һәм  Сергей Малышевҡа - Дуҫлыҡ ордены тапшырылған. Башҡа көмөш һәм бронза хужаларына I һәм II дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордендары бирелгән (Потапова менән Малышев уларҙы элекке йылдарҙа алғайны).

Рәсәй йыйылма командаһы Токиолағы Паралимпия уйындарында дөйөм команда зачетында дүртенсе урын яуланы. Командала тарихта быға тиклем булмағанса 118 миҙал (36 алтын, 33 көмөш, 49 бронза)

Сығанаҡ:LENTA.RU

Путин Токиолағы Паралимпия еңеүселәрен ҡотланы
Путин Токиолағы Паралимпия еңеүселәрен ҡотланы
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: