+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2021, 08:51

Социаль эшҡыуарҙар грант конкурсында ҡатнаша ала

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия формаһында грант биреү буйынса конкурс иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия формаһында грант биреү буйынса конкурс иғлан итте. Улар "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын хуплау" милли проектының "Еңел старт һәм бизнесты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Ғаризалар Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан 2021 йылдың 13 сентябренән 12 октябренә тиклем 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса 342 -се бүлмәлә эш көндәрендә 09.00-18.00 сәғәттә ҡабул ителә, тәнәфес 13.00-14.00 сәғәттә.Телефон: +7(347)218-08-26.

Электронной почта адресы: [email protected].

Тулыраҡ мәғлүмәт https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/392583/ сайтында.

Сығанаҡ: Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте

Социаль эшҡыуарҙар грант конкурсында ҡатнаша ала
Социаль эшҡыуарҙар грант конкурсында ҡатнаша ала
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: