+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 09:09

"Ашығыс экспорт ярҙамы" Өфө предприятиеларында булды

 15 сентябрҙә "Ашығыс экспорт ярҙамы" проекты сиктәрендә эш төркөмө Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районындағы ике экспорт менән шөғөлләнеүсе  предприятиеһына  барҙы.

15 сентябрҙә "Ашығыс экспорт ярҙамы" проекты сиктәрендә эш төркөмө Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районындағы ике экспорт менән шөғөлләнеүсе  предприятиеһына  барҙы. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова һәм БР Экспортты хуплау үҙәге директоры Илдус Хәлитов эш төркөмөн булдырҙы.

- Бөгөн экспорт һатыу баҙарын киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинселек булыуы ихтимал. "Ашығыс экспорт ярҙамы" проекты белгестәре предприятиеға төрлө яҡлап анализ яһай, уның үҫеш нөктәләрен билдәләй, беҙҙең компанияларҙың продукциялары талап ителгән сит ил баҙарҙарын билдәләй,- тине Лена Изотова.

"Ашығыс экспорт ярҙамы" "Энергомир"  (электр-щит ҡоролмаларын етештерә, электр-монтажлау эштәрен башҡара, видеокүҙәтеү ҡуя) һәм "ВэйПак" (фирмаларға тауарҙарын төргәкләргә ярҙам итә) йәмғиәттәренә барҙы. Унда шәхси консультациялар бирҙе, экспорт потенциалын артабан үҫтереү өсөн кәрәкле кәңәштәр әйтте, етештереү мәлен ҡараны, экспортҡа сығып компаниялар менән эшләү өсөн  чек-ҡағыҙҙар бирҙе.

 Сығанаҡ: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитеты

 

"Ашығыс экспорт ярҙамы" Өфө предприятиеларында булды
"Ашығыс экспорт ярҙамы" Өфө предприятиеларында булды
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: