+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 08:54

"Иван да Марья" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

2021 йылдың 20-24 октябрендә Екатеринбург ҡалаһында "Иван да Марья" Бөтә Рәсәй халыҡ кәсептәре оҫталары фестивале буласаҡ. Унда республикабыҙҙан халыҡ һөнәрҙәренең әйберҙәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Коллектив стендта Башҡортостанда теркәлгән, бер йылдан әҙерәк ваҡытта халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән, конкурсты үткән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала.

Эш башлаусы эшҡыуарҙарға  "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын хуплау" милли проекты сиктәрендә ярҙам күрһәтелә.

Ҡатнашыуға ғаризалар 2021 йылдың 14-17 сентябрендә https://bvk-plus.timepad.ru/event/1768553/ һылтанмаһы буйынса йәки [email protected] почтаһына ҡабул ителә. Ҡатнашыу буйынса һорауҙарҙы Евгения Сафинаға бирергә була, тел. +7 (987) 04-00-621.

Сығанаҡ: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты

"Иван да Марья" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
"Иван да Марья" Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
Автор:Гульфия Ахмерова
Читайте нас: