-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2022, 16:46

Мосолмандар йыйыны

12 июндә Рәсәй көнө  уңайынан изге Нарыҫтау ерендәге “Сәхәбә” мәсетендә көндөҙгө 12 сәғәттә мосолмандар йыйыны  үтәсәк. Программала: Ҡөрьән, йәмәғәт менән намаҙ уҡыу, зекер һәм доға ҡылыу.

Мосолмандар йыйыны
Мосолмандар йыйыны

12 июндә Рәсәй көнө  уңайынан изге Нарыҫтау ерендәге “Сәхәбә” мәсетендә көндөҙгө 12 сәғәттә мосолмандар йыйыны  үтәсәк.

Программала: Ҡөрьән, йәмәғәт менән намаҙ уҡыу, зекер һәм доға ҡылыу.

Мәҙәни сарала Рәсәйҙең Баш мөфтөйө, Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Башҡортостандың һәм күрше-тирә республикаларҙың имам- хатиптары, ҡурайсы Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” этно-рок, “Гүзәл- данс” бейеү төркөмдәре, билдәле ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар сығыш яһаясаҡ, шулай  уҡ нәшидтәр, салауаттар, мөнәжәттәр әйтеү, халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарыу, мәргән уҡсыларҙың оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтеү ҡаралған.

 Балалар өсөн айырым майҙансыҡтар эшләйәсәк.

Оло йыйында бер- беребеҙгә ҡарата ихтирам һәм мөхәббәт, Аллаһы Тәғәләбеҙгә һәм  пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә ҡарата ихласлыҡ тойғолары артһын.

Йыйынға килеүселәр өсөн барлыҡ һаҡланыу саралары хәстәрләнгән (битлек, бирсәткә, антисептик).

Сәхәбә мәсетенең  адресы: Миәкә районы, Нарыҫтау ауылы.

Белешмә өсөн телефон: 8-9273217093.

Ойоштороу комитеты.

Автор: Лилия Кантимерова
Читайте нас