2022 йылдың 10 сентябре. Юрматы ере. Оло Сытырман ауылынан Мортаза Солтанғолов көҙгө алтын-һары япраҡлы ағастарҙың матурлығына һоҡланып, урман буйынса йөрөгәндә республикабыҙ символы үҫеп ултырған ҡурайға тап булған, шатланырға ла, аптырарға ла белмәгән. Ул һуңғы дүрт- биш йылда был ерҙәрҙә был үҫемлекте бөтөнләй күргәне булмаған. Ҡурай артабан тәбиғи ысул менән таралһын, үҫһен өсөн уны киҫеп тормаған.
Ҡурайҙы йыш ҡына башҡа сатыр сәскәлеләр менән бутайҙар. Уның сәскәләре үҫемлектең нәҡ башында урынлашҡан. Роликтың авторы уның төҙ итеп үҫеүен, көпшәләренең айырмалы булыуын билдәләй. Ҡурай өлгөргән булһа ла, әлегә унан бәләкәс уйын ҡоралы ғына эшләргә мөмкин, ти.