+2 °С
Ҡар
Һүҙебеҙ Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылы ҡыҙы Розалина Ҡунаҡужина тураһында. Ул тик бишле билдәләренә генә өлгәшә, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән инша яҙырға ярата, үҙ фекерҙәрен теүәл яҙып аңлата. Розалина –Бөтә Рәсәй иншалар конкурсының төбәк этабы призёры, “Фәнгә бер аҙым” ғилми-практик конференцияһында ҡатнашып, Салауат ҡалаһы буйынса еңеү яулаған.
Ҡыҙ матур йырлай, оҫта бейей, фортепиано һәм гитарала уйнай.Төрлө сараларҙа үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарай. Уның ата-әсәләре Рафаэль Мәҙәрик улы һәм Юлиә Викторовна бик яуаплы кешеләр, икеһе лә мәктәп тормошондә әүҙем ҡатнашалар.