Рәсәй Президенты Владимир Путин прокуратура штатын 150 кешегә тиерлек арттырҙы - хәҙер илдә күҙәтеү ведомствоһында 51 410 хеҙмәткәр эшләй. Ошо хаҡта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған дәүләт башлығы указында әйтелә.
Прокуратура штатында 3 201 хәрби прокуратура хеҙмәткәре иҫәпләнә, уларҙың 2 162-һе - хәрби хеҙмәткәрҙәр. Президент указына ярашлы, уларҙың һаны 91 берәмеккә артасаҡ.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/news/2022/10/03/ukazzz/
Олег Харсеев фотоһы / Коммерсантъ