Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Учалы районы егеттәре күп. Уларҙың береһе – Ҡоҙаш ауылы ир-егете Айнур.
"Хәрби хеҙмәткә өсөнсө тапҡыр юлланам инде. Тәүҙә, 18 йәшемдә, хәрби саҡырышҡа ярашлы әрмегә барып ҡайттым. Икенсеһендә контракт буйынса Абхазияла хәрби хеҙмәттә булдым, унда һуғыш хәрәкәттәре тынмағайны әле. Әле бына тағы юлланам, бер ниндәй ҡурҡыу хисе лә, шик-шөбһә лә юҡ.
Учалы ҡалаһында ағайымдың икмәк бешереү цехы бар, шунда ярҙамлашып йөрөй инем, кибеттәргә икмәк ташыным. Учалыла хәрби комисариатта 30 егет йыйылғас, "бер взвод тиклем булдығыҙ" тип, беҙҙе бер хәрби подразделение иттеләр.
Бында, полигонда ла, ошо 30 кеше бер палаткала йәшәйбеҙ, махсус хәрби операция урынына ла бер взвод булып китербеҙ тип торабыҙ. Бында ашау һәйбәт, йылы кейемде күп килтерҙеләр, мунсабыҙ ҙа бар", - тип йәшәү, күнекмәләргә өйрәнеү шарттары тураһында һөйләне Айнур.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz