+14 °С
Облачно
Новости
30 Июня , 10:19

Башҡортостанда «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлә

Радий Хәбиров «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында газ-бетон етештереү буйынса завод төҙөүгә старт бирҙе.

Башҡортостанда «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөләБашҡортостанда «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлә
Башҡортостанда «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлә

  30 июндә Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ЭкоПромСтрой-Алга» заводы төҙөлөшөнә старт биреү тантанаһында ҡатнашты. Предприятиела республиканың төҙөлөш тармағы өсөн бетон һәм ҡоро ҡатнашмалар сығарыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы проекты 2025 йылдың октябрендә «Инвестиция сәғәте» кәңәшмәһендә хупланды. Ул йылына 400 мең кубометр газ-бетон етештереү ҡеүәтенә эйә юғары технологиялы производство булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бында 85 эш урыны булдырып, башланғысты тормошҡа ашырыуға 3,7 миллиард һум йүнәлтергә планлаштыралар. 2025 йылдың ноябрендә «ЭкоПромСтрой-Алга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары иҫәбенә инде.

Төбәк етәксеһе буласаҡ предприятие майҙансығын ҡараны һәм проект инициаторҙарын төҙөлөш башланыуы менән ҡотланы.

– Бөгөн республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Беҙ бик кәрәкле производствоға нигеҙ һалыуға старт бирәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ябай булмаған шарттарҙа Башҡортостан иҡтисадының инвестициялар өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡалыуы ҡыуандыра. Беҙ ике тапҡыр Рәсәйҙең иң йылдам үҫешкән махсус иҡтисади зонаһы тип танылған «Алға» резиденттарының уңайлы эшмәкәрлеге өсөн бөтә шарттар ҙа булдырҙыҡ. «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһына республикабыҙҙа эшләү тураһындағы ҡарары өсөн рәхмәт белдерәм. Киләһе йылда уҡ яңы предприятие төҙөүселәребеҙ өсөн үҙенең тәүге продукцияһын тәҡдим итер, тип ышанам.

«ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы директоры Азат Шәмсуаров үҙ сиратында Башҡортостандың идара итеү командаһына проектҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ илдә бындай ҡеүәткә эйә һәм юғары сифатлы продукция етештергән тәүге автоматлаштырылған производство төҙөй башлайбыҙ, – тине ул. – Заводты сафҡа индереү республиканың торлаҡ һәм социаль объекттары төҙөлөшө өсөн материалдар менән тотороҡло тәьмин итергә мөмкинлек бирер, тип ышанам.

Артабан Радий Хәбиров һәм Азат Шәмсуаров предприятиеның буласаҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәтнамә менән ваҡыт капсулаһын һалды. Унда былай тиелә: 

«Был проект – сәнәғәт үҫеше, социаль-иҡтисади үҫеш һәм беҙҙең дуҫ берләшмәнең уңышлы киләсәге тураһындағы хыялды тормошҡа ашырыуҙағы ысын аҙым».

***

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы «Алға» махсус иҡтисади зонаһының тотороҡло эшләүен билдәләне.

– Махсус иҡтисади зона планлы үҫешә. Бында ҙур команиялар – «ДоГа», «М-Синтез» – һәм башҡа резиденттар үҙ проекттарын тормошҡа ашыра. Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, инвесторҙар яңы производстволар төҙөүгә байтаҡ аҡса йүнәлтә, – тине Радий Хәбиров. – Ә бөгөн «ЭКОПРОМСТРОЙ» компанияһы уникаль арматуралы газ-бетон етештереү буйынса заманса завод төҙөй башланы.
https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-ala-mahsus-itisadi-zonay-mayansyynda-gaz-beton-eteshtere-buyynsa-zavod-tg-start-bire-/
Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас