

Елена Наил ҡыҙы һәм Заһир Сынтимер улы Раҡаевтар тыуған ауылдарында оҙаҡ йылдар ғүмер кисерә. Әммә һуңғы тиҫтә йылдарҙың йылдам ваҡиғалары кешеләр алдында төрлө проблемалар һәм уларҙы хәл итеүҙең ғәҙәти булмаған юлдарын ҡуя.
Елена ханымдың 36 йыллыҡ педагогик стажы бар. Стәрлетамаҡ педагогия институтынан һуң Оло Сытырман ауылы ҡыҙы тыуған мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Ун ете йылын кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышлай. Әммә, билдәле булыуынса, ауылда мәктәп күптән инде ябылған.
Заһир Сынтимер улы ул ваҡытта тирә-яҡҡа дан тотҡан “Пугачёв” совхозында водитель булып эшләй.
Ғаиләлә өс балаға ғүмер биреп, белем һәм һөнәр алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер инде уларҙың үҙ ғаиләләре бар, Раҡаевтарҙың ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
Өлкән Раҡаевтарға бер осорҙа тормоштарын ҡырҡа үҙгәртергә лә тура килгән. Улар Өфөгә күсенә тиерлек. Заһир вахта ысулы менән себер тарафтарына йөрөй башлай, КамАЗ водителе булып эшләй. Ә Елена баш ҡалала үҙенең уҡытыу эшен дауам итә. Уның һөнәре әле лә һорау менән ҡуллана. Юғары категориялы уҡытыусы Өфө ҡалаһының 103-сө гимназияһында сит ил телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Өҫтәүенә әүҙем йәмәғәтсе лә – баш ҡаланың Дим районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Әммә улар тыуған яҡтары, ауылдары менән бер ваҡытта ла бәйләнеште өҙмәгән. Даими рәүештә, мөмкинселек тыуыу менән, Оло Сытырмандағы йорттарына ҡайталар, тирә-яғын да тәртиптә тоталар, ауылдаштары менән тығыҙ аралашалар. Ә Заһир Сынтимер улы хәҙер бөтөнләй бында күсенеп ҡайтҡан. Бер ергә лә, эшкә лә бармаҫҡа ҡарар ҡылған. Һарыҡтар, ҡош-ҡорт һатып алған, хәҙер балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, ҙур ғаиләне кәрәкле продукция менән тулыһынса тәьмин итә тиергә мөмкин. Балалары ҡайтып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙамлашырға тырыша, ә ейәндәренә каникулдар ваҡытында ауыл ерендә айырыуса рәхәт: иркен, саф һауа, еләк-емеш, йәшелсәләр. Елена Наил ҡыҙы ла һәр буш ваҡытында ауылға ашыға. Бына шулай, ғаилә тыуған ере менән тамырҙарын өҙмәй, уның менән айырылырға йыйынмай ҙа. Шулай булһын да.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Фото тәҡдим ителде.