+17 °С
Облачно
Новости
9 Июля , 07:55

Pадий Xәбиров pеспублика xалҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

8 июлдә Бөрөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам фестивалендә ҡатнашты. Сара быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо.

Pадий Xәбиров pеспублика xалҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланыPадий Xәбиров pеспублика xалҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы
Pадий Xәбиров pеспублика xалҡын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

Был көндә ҡаланың Октябрь майҙанында күп балалы ғаиләләрҙе, тиҫтәләгән йылдар бергә йәшәгән һәм яңы өйләнешкән парҙарҙы, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреүсе ата-әсәләрҙе тәбрикләнеләр.

Башҡортостан Башлығы төбәк халҡын байрам менән ҡотланы, тыныслыҡ, изгелек, именлек теләне һәм ғаилә институтының йәмғиәт өсөн бик мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Еңел булмаған ваҡытта һәр кешегә таяныс кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ күп милләтле ҙур илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа торған төп бурыс – егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын тип, ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА ЭШЛӘРГӘ. Бының өсөн ярҙам, терәк булыу һәм мөхәббәт мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һәр кем үҙ эшенә намыҫлы ҡарарға тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да, кешеләр Башҡортостанда йәшәргә теләһен, йәштәр бында ғаилә ҡорһон һәм балалар тәрбиәләһен тип, эшләйбеҙ.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе, төбәк Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы.

– Ғаилә беҙҙе тормош юлыбыҙҙың башында уҡ ҡаршы ала, ғүмер буйы оҙатып бара һәм беҙҙең менән мәңгегә ҡала. Был беҙ балаларыбыҙға һәм киләсәк быуындарға тапшырғандарҙың иң ҡиммәтлеһе, – тине Каринэ Хәбирова.

Тантаналы сарала Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарға һәм күп балалы ата-әсәләргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Программаның айырым өлөшө булараҡ республиканың «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала»һы билдәләнде. Радий Хәбиров брендлы награданы быйыл Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Илмир Гәрәевкә тапшырҙы. Муниципалитет почетлы статусҡа ҡала мөхитенең сифатын баһалау һәм республика халҡынан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса лайыҡ булды. Эксперттар балаларҙы тәрбиәләү шарттарын, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәҙәниәтте, социаль ярҙамды үҫтереүҙе, шулай уҡ хәүефһеҙлекте һәм төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алған.

Байрамда дүртенсе сабыйҙарын көткән Айым һәм Рим Рәхимовтарҙың ҡатнашыуы иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе булды. Рәхимовтарҙың үтенесе буйынса буласаҡ сабыйҙың енесен тантаналы шарттарҙа Радий Хәбиров иғлан итте. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫкән ғаиләлә малай тыуасаҡ.

Фестиваль изге йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл күберәк республика халҡын берләштерә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Был байрам күптән инде бер ҡала сиктәренән сыҡты – бында халыҡ төрлө райондарҙан килә. Быйыл инде етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ, һәм ул тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнә бара, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде, сөнки ул һәр кешегә яҡын ҡиммәттәргә нигеҙләнгән.

 

https://glavarb.ru/ba/news/event/Padiy-Xbirov-pespublika-xalyn-ail-mhbbt-m-torolo-kn-menn-otlany/

 

Автор:Алсу Тятигачева
Читайте нас