+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
24 Октябрь 2017, 16:58

Оҫтабикәнең мәшәҡәттәре күп

Батыр ауылынан оҫтабикә Багаева Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Өфөлә телеүҙәктә үткән Ололар көнөнә бағышланған сарала ҡатнашты.

Батыр ауылынан оҫтабикә Багаева Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Өфөлә телеүҙәктә үткән Ололар көнөнә бағышланған сарала ҡатнашты. Байрамда теле-радиола эшләүсе ветерандар ҡатнашты. Яҡташыбыҙҙы башҡорт ҡатындарының милли түшелдеректәре күргәҙмәһе менән саҡырғандар. Иртәгә Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Мәләүез ҡалаһы 9-сы гимназияһында шуларҙы эшләү буйынса мастер-класс күрһәтәсәк. Ул бында ҡаланың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт берләшмәһе үтенесе буйынса бара.

Делегаттар һайланды

2017 йылдың 4 декабрендә М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия театрында “Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатындары йәмғиәте” һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының IV Съезын үткәрә. Уның эшендә ҡатнашыу өсөн ике делегат- Минисара Иҫәнғолова (“Ағинәйҙәр” район берләшмәһе етәксеһе) һәм Алһыу Тәтегәсева (район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе) һайланды.
Читайте нас: