Милли һәм халыҡ спорты төрҙәре буйынса ХХIV Респупблика фестивалендә Ҡораласыҡ ауылынан Рәсәйҙең, Европаның күп тапҡыр чемпионы, спорт мастеры Алмаз Фәйзуллин абсолют чемпион булды.
Ошо көндәрҙә юл төҙөү- ремонтлау идаралығы эшселәре Фёдоровка ауылы Коммунистик урамында тротуар эшләне, кисә унда асфальт түшәне. Хәҙер 1-се мәктәпкә белем алырға барған уҡыусылар хәүефле ҙур юлдан түгел, ә йәйәүлеләр юлынан йөрөйәсәк.