+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Ноябрь 2017, 17:03

Халыҡ берҙәм һәм татыу булғанда

ауылда тормош ҡайнап тора. Шулай, үткән айҙа Оло Сытырманда ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы.

ауылда тормош ҡайнап тора. Шулай, үткән айҙа Оло Сытырманда ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы. Халыҡ һатыуға һөт, ит продукцияһы, йәшелсә, төрлө орлоҡтар, бал һәм кулинария изделиеларын алып сыҡҡайны. Йәрминкәлә М. Әхмәрова, Ф. Ильясова, Ф. Ҡотлобулатова, Г. Иҫәнғолова, Л. Иҫәнғолова үҙ тауарын һатты, ә почтальон Г. Иҫәнғолова теләге булғандарҙы гәзиткә яҙҙырҙы.

Был ай башында олосытырмандар этнодискотекала күңел асты. Уның сиктәрендә боронғо халыҡ уйындары үткәрелде, сарала ҡатнашыусылар элекке йолалары һәм милли традицияларҙы иҫкә алды.

Алтын туй- яҙмыш бүләге

Яңы Яуыш ауылынан Барый менән Мәүжиҙә Дәүләтшиндар ғүмерҙәре буйы ”Пугачев“ совхозының алтынсы бүлегендә малсы һәм һауынсы булып эшләгән. Ағымдағы йылдың майында улар ғаиләләре менән алтын туйҙарын билдәләне. Ауылдаштары уларҙы был байрамдары менән 2017 йылдың ноябренә планлаштырылған Дәүләтшиндарҙың шәжәрә байрамында ҡотлаясаҡ.
Читайте нас: