+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
14 Ноябрь 2017, 16:15

Халыҡ традицияларын хөрмәтләп

Өфөлә яҡташыбыҙ Гүзәл Кәримова (Багаева) милли башҡорт костюмының декоратив элементтарын булдырыу буйынса мастер-кластар үткәрә. Ул быға әсәһенән һәм өләсәһенән өйрәнгән.

Өфөлә яҡташыбыҙ Гүзәл Кәримова (Багаева) милли башҡорт костюмының декоратив элементтарын булдырыу буйынса мастер-кластар үткәрә. Ул быға әсәһенән һәм өләсәһенән өйрәнгән. Үҙе әйтеүенсә, милли костюм элементтарын эшләү- халыҡ традицияларын хөрмәтләү ул. Оҫта ҡуллылар һәм теләге булғандар тәңкәләрҙе таҙартырға, селтәр үрергә өйрәнә, матур күкрәксәләр һәм билбауҙар тегеү серҙәренә төшөнә.

Ултырма-һәр шаршамбы
Һәр шаршамбы Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда егермеләп ҡатын һөйләшеп-көлөшөп ваҡыт күңелле үткәреү генә түгел, ҡул эше менән шөғөлләнеү өсөн дә ултырмаға йыйыла. Бындай аралашыуҙы улар өсөн клуб мөдире Юля Баршыникова, ауыл китапханасыһы Фәриҙә Хөсәйенова һәм художество етәксеһе Мәрзиә Иҙрисова ойошторған.
Читайте нас: