Кисә Новоселка мәктәбендә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙарының “Тәрбиә эшенең төрлө формалары һәм ысулдары” исемле район семинары уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейында булды, тәжрибә менән уртаҡлашты һәм көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләште. Ошо мәктәптәге эш йүнәлештәре уҡыусыларҙың башҡарған бейеүҙәрендә, инсценировкаларында, театр тамашаларында сағылдырылды.
Район үҙәгенең күп ҡатлы йорттарында йәшәгәндәр йыш ҡына кранда һыу булмауына зарлана. «Водоканал» йәмғиәте хәбәр итеүенсә, бындай өҙөклөктәр һыу башняһын тәьмин иткән электр линияларының төҙөк булмауы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Әле ойошма кәрәкле материал һатып алыу өсөн аҡса эҙләү менән мәшғүл.