28 декабрҙә “Ләйсән” балалар баҡсаһына тамашасылар байтаҡ йыйылды: төрлө йәштәге динестәр, балалар баҡсаһына килергә тейешле балалар айырыуса күп ине. Барыһының да “Әкиәт илендәге мажаралар” тип аталған Яңы йыл иртәлектәрен күргеһе килде. Улар байрамға килеүҙәренә үкенмәне. Сөнки балалар ҙа, тамашала ҡатнашыусы ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҙә үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Балаларҙың ҡайһы берҙәре әкиәт геройҙарын таныманы, хатта. Йыр-бейеүҙәр, уйындар менән ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә, барыһы ла бынан сағыу тәьҫораттар алды.
Ҡыштың аҙ ҡарлы булыуы Кузьминовка балаларына бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Әммә каникулдарҙа тәбиғәт уларҙы ҡар-бурандары менән ҡыуандырҙы. Улар, ниһайәт, саңғыға баҫты, рәхәтләнеп тауҙан тыуҙы.