Татар автономияһының милли-мәҙәни башҡарма комитеты ағзалары, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм Фёдоровка районы китапханасылары бөгөн түңәрәк өҫтәл артына йыйылды. “Телен белгән генә илен һөйә” тип аталды ултырыш темаһы.
“Ҡар көнө”
Район йәштәр бүлеге 20 ғинуарҙа спорт сараһы ойоштора, ул элекке Фёдоровка 1-се мәктәбенең ихатаһында уҙасаҡ. Быйма кейеп хоккей уйнау, бау тартышыу һәм башҡа уйындар планлаштырыла. Байрамға рәхим итегеҙ.