+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Ғинуар 2018, 12:03

Сәхнәлә - һәләтле балалар

Сәхнәлә - һәләтле балалар

Бөгөн район мәҙәниәт йортонда “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестиваленең муниципаль һайлап алыу туры уҙғарыла. Конкурс балаларҙы, әхләҡи, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, улар араһында һәләтлеләрҙе асыҡлау маҡсатында үткәрелә. Бында бөтә нимә лә - сәхнә композицияһы ла, материалды бирә белеү ҙә, музыкаль оҙатыу ҙа, тикшеренеү эше лә, ҡатнашыусыларҙың костюмдары ла – баһалана.

Тарих онотолмай
Юрматы ауылы мәктәбендә 7-11 синыф уҡыусылары өсөн Ленинградтың ҡамауҙан ҡотолоуының 73 йыллығына арналған “Блокадалы Ленинград тауышы” дәресе үткәрелде. Балалар был аяныслы ваҡиғалар тарихы менән танышты, ҡаланы сауҙа базалары менән тоташтырып торған Ладога күле аша үткән “Тормош юлы” тип аталған 40 саҡырым юл тураһында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы.
Читайте нас: